

Беренселәр хәрәкәте «Рәсәй балалар Ҡыш бабайы» Бөтә Рәсәй акцияһына йомғаҡ яһаны. Хәрәкәт әүҙемселәре ай дауамында яңы йыл геройҙары кейемендә байрам көндәрендә эшләгән ололарҙы ҡотлаған. Мәктәп уҡыусылары табиптарға, уҡытыусыларға, МЧС хеҙмәткәрҙәренә, СВО яугирҙәренә үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрҙе тапшырған.
Акция уҙған йылдың декабрендә башланған. Проекттың маҡсаты - йәштәргә социаль профессияларҙы күрһәтеү, байрам осоронда эшләгән белгестәргә иғтибар бүлеү. Бынан тыш, уҡыусылар ябай хеҙмәтте һәм һөнәри бурысығын хөрмәт итергә, мәктәп йылдарынан изгелек ҡылырға өйрәнгән.
«Беҙ был акцияла йыл һайын ҡатнашабыҙ. Кешеләргә йылмайыу бүләк итеү һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәре ишетеү беҙҙең өсөн бик ҡиммәт. Беҙгә хәүефһеҙ ял, уңайлы шарттар бүләк иткән белгестәрҙе ҡотлауҙы мөһим тип таптыҡ. Яңы йыл төнөн эш урынында уҙғарған һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Ошо акция буйынса миңә ҡарһылыу костюмы кейеү мөмкинлеге эләкте. Был бик ҡыҙыҡлы тәжрибә булды», – ти хәрәкәттә ҡатнашыусы Шишмә районы ҡыҙы Рианна Мөслимова.
Ишембай районында Беренселәр хәрәкәте торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен ҡотлаған. Был тармаҡ эшселәре үҙ эшен иртәрәк башларға, урамдарҙы ҡарҙан таҙалап бөтмәйенсә өйгә ҡайтмаҫҡа тейеш.
«Көн торошоноң ҡапыл үҙгәреүенә бәйле, беҙ ял көнөндә өҫтәмә эшләйбеҙ. Әммә быйыл ысын мөғжизә булды – беҙгә Беренселәр хәрәкәте ысын яңы йыл кәйефе бүләк итте. Бындай акциялар бик мөһим», – ти урындағы идарасы компания етәксеһе Наталья Прахова.