ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәлә был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостандың Рәсәйҙәге өлөшө яҡынса 10, 5 процент тәшкил итә. Ә дөйөм алғанда Волга буйы федераль округы төбәктәре Рәсәй тауар балының 34 процентын етештерә. Райондар буйынса әйткәндә, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Мишкә һәм Ғафури райондары етештереү күләме буйынса лидерҙар булған. Уларҙа 300 тонна бал етештерелгән. Ә Нуриман, Дүртөйлө, Благовещен райондарында – 226 – 268 тонна.
Умартасыларға йыл һайын дәүләт ярҙамы күрһәтелә. 2021-2023 йылдарҙа 60 миллион һум аҡса бүленгән.
Бынан тыш, саф тоҡомло ҡара урман бал ҡортон – башҡорт тоҡомон һаҡлау һәм үрсетеү буйынса «Алтын солоҡ» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән Башҡорт дәүләт аграр университетының берлектәге эше әүҙем алып барыла.
Сәнәғәт умартасылығын үҫтереү маҡсатында был аҙнала сәнәғәт умартасыларының беренсе халыҡ-ара съезы ойоштороласаҡ. Ул «Торатау» конгресс-холында18 - 20 ғинуарҙа үтәсәк.
Съезға спикерҙар сифатында ғалимдар, умартасылар-сәнәғәтселәр, депутаттар һәм башҡа вазифалы кешеләр саҡырылған. Унда 500 – 600 кеше ҡатнашыуы көтөлә. Февралдә республиканың Краснокама, Күгәрсен һәм Иглин райондары майҙансыҡтарында зона конференциялары форматында Умартасылыҡ буйынса форум үткәреү планлаштырыла.
Фото: Т. АМАНОВ.