Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2024, 09:46

"Пакистанда ҡурҡыныс булыр, тип уйлағайным"

Баймаҡ егете Ғәзим Мөхәмәдйәновтың матай менән Һиндостанға сәйәхәте дауам итә.

"Пакистанда ҡурҡыныс булыр, тип уйлағайным""Пакистанда ҡурҡыныс булыр, тип уйлағайным"
"Пакистанда ҡурҡыныс булыр, тип уйлағайным"

Ғәзим Пакистанға барып еткән. Унда иһә Белуджистан провинцияһында хоҡуҡ һаҡсылары оҙатыуында ғына хәрәкәт итергә рөхсәт ителә. Шарттар хәүефле булһа ла, Ғәзимдең күңелендә тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалған.  

- Ниһайәт, Кветта ҡалаһына барып еттек. 12 сәғәт барҙыҡ, 650 саҡрым. 17 тапҡыр конвой алмашынды. Иң оҙон оҙатыу 140 саҡырым булһа, иң ҡыҫҡаһы - ҡала буйлап 2-3 саҡырым. Сәйәхәтте планлаштырғанда Пакистанда ҡурҡыныс булыр тип уйлағайным. Әммә бер ниндәй ҙә ҡурҡыу тойманым, беҙ күп инек, минең менән бергә тағы ла ике автомобилде оҙатып барҙылар. 

Пакистандан нимәлер көтмәгәйнем дә, әммә дөйөм алғанда, тәбиғәте матур. Сүллек, тауҙар, оазистар. Әммә бер ҡайҙа ла туҡтарға рөхсәт бирмәнеләр. Бер ылауҙан икенсеһенә тапшырып килтерҙеләр. Һәр постта паспорттарыбыҙҙы һәм визаларҙы тикшерҙеләр. Аллаға шөкөр, проблемалар булманы.

Кветтала туристарҙы ҡабул иткән өс ҡунаҡхана бар, шуларҙың береһенә урынлаштыҡ. Уны яҡшы итеп һаҡлайҙар. Барыһы ла һәйбәт, хатта арыманым да, - тип яҙа Баймаҡ егете.

Имен-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас