Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2024, 11:00

Хәсән НАЗАРҒА – 82 йәш

Хәсән Назар 1942 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Таулыҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.   Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Хәсән Назар (Назаров Хәсән Мөҙәрис улы) (15 ғинуар 1942 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2017). Журналист-публицист һәм тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000), Рәми Ғарипов (2007) һәм Зәйнәб Биишева (2007) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.

 

Хәсән НАЗАР,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

ҒИНУАР УРТАһЫ.

Юртаҡ атҡа юл бит ҡыҫҡа, тиҙәр,
Ваҡытҡа юҡ ҡамсы тартаһы, —
Ҡыш ҡапҡаһын шығырлата асып
Килде тағы ғинуар уртаһы.
Тыуған көнөмдө ул алып килде
Аҡ бәллеүҙәр итеп аҡ ҡарҙы,
Фатихаһын биргән яҡты донъя,
Кендек инәм итеп ғинуарҙы.
Бурандарың, ғинуар — сәңгелдәгем,
Сатыр ҡорҙо миңә ер-күгең.
Ҡулым ҡаты тиеп, ҡул һонмаһаң,
Күрмәҫ инем донъя киңлеген.
Рәхмәт һиңә! Хәйер, ни һуң сәйер?
Беҙгәме һуң һинән ҡурҡаһы!
...Мин тыуғанда илдә ҡарҙан бигерәк,
Ҡанға батҡан ғинуар уртаһы.
Атай юлын ҡыйған яу ялҡыны,
Ә әсәйгә — нужа һурпаһы...
Атайымдан Ватаныма мине
Мираҫ иткән ғинуар уртаһы.
Шуға ла мин тыуған көнөм етһә,
Ҡайтам уйҙа тыуған йылыма.
Икеләтә, эйе, яуаплы мин
Тормошома, тотҡан юлыма.
Был донъяла һис кем ҡабат тыумай,
һәм юҡ беҙгә унан ҡурҡаһы.
Ҡабатлана әммә һаман булһа
42-нең ғинуар уртаһы.
Туҡтармы һуң бер саҡ был донъяның
Ҡан һауҙыртҡыс ҡара бураны?!
Булһын ғүмерем, булһын минең йырым—
Ҡәрҙәшлек һәм дуҫлыҡ ораны!
...Тыуған көнөм, хайран ҡалма берүк,
Байрам гына түгел һин миңә, —
Аҙмы ғинуарҙарҙың ҡарҙары бит
Һарылып килеп ята иңемә.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Хәсән НАЗАРҒА – 82 йәш
Хәсән НАЗАРҒА – 82 йәш
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас