Ҡышҡы ауыл.
Һыуыҡ бабай, ҡамсы һөйрәп,
Килеп инде ауылға.
Ҡамсыһын бер һелтәгәйне,
Һыуҙар әйләнде боҙға.
Ағастар аҡ шәл ябынды,
Ерҙәр ябынды юрған.
Тәҙрәләрҙе семәрләне,
Юлдарға көрттәр һалған.
Ҡар тауҙарын өйөп киткәс,
Ҡыуанды бала - саға.
Елдәй елдереп шыуҙылар
Тауҙан саңғы, санала.
Һәр өйҙә өмәләр гөрләй,
Һуғым һуя уңғандар.
Бишбармаҡлы һимеҙ иттән
Аш бешә ҙур ҡаҙанда.
Мал - тыуарҙар аҙбарҙарҙа,
Етерлек ҡышҡа утын.
Ауыл халҡы шулай йәшәй,
Үҙ көнөн үҙе көтөп.
Зарланмай ауыр тормошҡа,
Тырышҡан таба йүнен.
Килеп сыҡмай икән эше,
Ғәйепләй бары үҙен.
Һағынып көтөп алабыҙ,
Һыуыҡ бабайҙы йыл да.
Шатлыҡлы мәшәҡәт менән
Ҡыштар үтә ауылда.
Юлай Кәримов фотоһы.