Утыҙ һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған бәйгелә республикабыҙҙың район-ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан иң телһөйәр, илһөйәр 300-гә яҡын уҡыусы көсөн һынаны. Улар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест, текст буйынса эш башҡарҙы.
Ябыу тантанаһында Өфө фән һәм технологиялар университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телһөйәр балаларға әҙерләгән махсус бүләктәрен тапшырҙы. Призлы урын яулаусылар Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы һәм 2 мең һум аҡса менән бүләкләнһә, еңеүселәр 3 мең һум аҡса һәм дипломға эйә булды. Олимпиада тураһында тулыраҡ беҙҙең «Йәшлек» гәзите битендә уҡығыҙ.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.