Был уҡыусылар – башҡорт теле, физкультура, инглиз, тарих фәндәренән олимпиадала ҡатнашып, призёр һәм еңеүсе булыусылар. Был хаҡта Әбделмәмбәт мәктәбенең төркөмөндә хәбәр ителә.
Быйыл әлеге премияға ошо уҡыусылар лайыҡ булған:
Гөлшат Акулова (IV класс), Азис Боҫҡонов (VII класс), Әлиә Усманова (VII класс), Ихсан Үтәбаев ( VIII класс), Айсулпан Шәмиғолова (VIII класс), Шәүрә Билалова (VIII класс), Алина Хәлиуллина (IX класс), Розалиә Көмөшбаева (IX класс), Алтынай Ҡасимова (X класс), Юлиә Ҡаһарманова (XI класс), Нургиз Көмөшбаев (XI класс).
– Атайсалға файҙалы эштәр йылында Әлфиә Шәмиғолова үҙенең мәктәбе өсөн бик файҙалы һәм изге ғәмәл башҡарып та ҡуйҙы. «Афарин» тиергә генә ҡала! Ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә лә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын! – тиҙәр мәктәп төркөмөндә.
Фото: Т. АМАНОВ.