Беренсеһе. Аллаһтың илсеһе (с.ғ.с) шулай әйтеп ҡалдырған: «Әгәр бер йортта, бер нигеҙҙә ата-әсә йәберләнһә, ҡыйырһытылһа, унда Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт фәрештәләре инмәҫ». Ата-әсәне рәнйетеүҙе пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с) : «Аллаһҡа тиңдәш ҡуйыу – ширк ҡылыуҙан һуң иң ҙур гонаһ», – тип киҫәтте.
Икенсеһе. Туғанлыҡ хаҡын һанға һуҡмаған кешеләрҙең йортона рәхмәт фәрештәләре инмәҫ. Туғандары менән асыуланышҡан, улар менән аралашмаған кешеләргә етди киҫәтеү был. Кисекмәҫтән яҡынайыу, килешеү, аралашыу сараһын күрергә кәрәк. Туғандары менән араны өҙгән кешеләрҙең тормошонда бәрәкәт булмай.
Өсөнсөһө. Әгәр бер йорттар етем малы ашалһа, золом юлы менән кеше малы тартып алып ҡулланылһа, рәхмәт фәрештәләре инмәҫ. Ниндәй юл менән табылған ризыҡ ашайбыҙ, кеше хаҡына инмәнекме? Шул хаҡта уйланырға тейешбеҙ.
Дүртенсеһе. Әгәр йорт эсендә йәнле һүрәт, фотографиялар, статуэткалар йә иһә эт булһа, рәхмәт фәрештәләре инмәҫ. Балалар, яҡындарҙың фотоларын кешегә күрһәтеү өсөн стенаға элеү йә иһә өҫтәлгә, шкафҡа урынлаштырыу модаға инде. Уларҙы альбомға ҡуйып, кәрәк саҡта алып ҡарау мөмкинлеге бар. Ҡала фатирҙарында эт аҫрау шулай уҡ бик йәмһеҙ күренешкә әйләнде. Шәриғәт буйынса, эт һеләгәйе тейгән урын ете ҡат йыуылырға тейеш. Эттәрҙе тышта йорт һаҡлау өсөн генә тотоу рөхсәт ителә.
Бишенсеһе. Яман еҫле, бысраҡ, ғөсөл ҡойонмаған кешеләр булған өйҙәргә шулай уҡ рәхмәт фәрештәләре инмәҫ. Тимәк, бындай өйҙәрҙә йәшәүселәр йышыраҡ ауырый, унда кешенең эсе боша, төшөнкөлөккә бирелә. Фәрештәләр яман еҫте яратмай: һуған һәм һарымһаҡ еҫе, тир еҫе, тәмәке еҫе.
Өйҙәребеҙ нурланһын, фәрештәләр менән тулһын өсөн юғарыла әйтелгәндәрҙе уйлап, хаталарҙы төҙәтһәк ине.