Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2024, 09:00

Фәрзәнә Аҡбулатованың да исеме ингән! Ҡотлайбыҙ!

Санкт-Петербургтың «Четыре» нәшриәте илебеҙҙә әҙәби уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереүгә өлөш индергән әүҙем авторҙарҙы билдәләне.

Фәрзәнә Аҡбулатованың да исеме ингән! Ҡотлайбыҙ!Фәрзәнә Аҡбулатованың да исеме ингән! Ҡотлайбыҙ!
Фәрзәнә Аҡбулатованың да исеме ингән! Ҡотлайбыҙ!

Был һүҙ оҫталары һуңғы бер нисә йыл дауамында нәшриәт ойошторған һәм уҡыуҙы популярлаштырыуға һәм әҙәбиәтте пропагандалауға йүнәлтелгән проекттарҙа һәм сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бүләкләнеүселәр исемлегенә төрлө әҙәби йүнәлештәрҙең рус телле авторҙары ингән: балалар яҙыусылары, шағирҙар һәм прозаиктар, фантастар һәм публицистар, драматургтар һәм тарихсылар!

Сараның географияһы Рәсәй менән генә сикләнмәй: үҙ авторҙарын Беларусь, Израиль, АҠШ, Үзбәкстан, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, ДНР һәм башҡалар тәҡдим итә. Рәсми рәүештә бүләкләү тантанаһы яҙ көнө уҙасаҡ, әлегә нәшриәт үрҙә телгә алынған исемлекте тәҡдим итә. Шуныһы ҡыуаныслы: унда беҙҙең Башҡортостандан Фәрзәнә апай Аҡбулатова ла ингән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас