Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева (ҡыҙ фамилияһы Исхаҡова) 1974 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә консультант, Сибай ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, «Ағиҙел» журналы мөхәрирриәтендә яуаплы сәркәтип булып эшләй. Хәҙерге көндә «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. Бер нисә китап авторы. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Мәғлүмәт Башҡорт википедияһынан әҙерләнде.
Фото: Т. АМАНОВ.