Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар 2024, 06:00

Ҡайһы ваҡытта 6 көн эшләйәсәкбеҙ?

Ял көндәрен күсереү сәбәпле, ҡайһы бер аҙнала шәмбе көндәрендә лә эшкә сығырға тура киләсәк.

Ҡайһы ваҡытта 6 көн эшләйәсәкбеҙ?Ҡайһы ваҡытта 6 көн эшләйәсәкбеҙ?
Ҡайһы ваҡытта 6 көн эшләйәсәкбеҙ?

Быйыл  Рәсәйҙә, Хеҙмәт министрлығының эш графигына үҙгәрештәр индергән яңы көйләүҙәргә ярашлы, билдәле бер осорҙарҙа алты көнлөк эш аҙнаһы индереләсәк. Был –  ял көндәрен күсереүгә бәйле. Тәүге үҙгәрештәр Яңы йыл байрамдарына ҡағыла: 6 ғинуарҙағы ял (шәмбе) –  10 майға (йома), ә 7 ғинуарҙағы ял  (йәкшәмбе) 31 декабргә, киләһе йылдың шишәмбеһенә күсерелә. Күсереүгә  ҡарамаҫтан, 6 һәм 7 ғинуар ял көндәре булып ҡаласаҡ, сөнки улар рәсми байрам көндәре булып тора.

Дүшәмбе, 29 апрелдә, ял итеү  өсөн хеҙмәткәрҙәр шәмбе, 27 апрелдә, эшләргә тейеш.

Май байрамдарын оҙайтыу өсөн 2 ноябрҙең  (шәмбе) ял көнө 30 апрелгә (шишәмбе) күсерелә. Был ноябрҙә лә, майҙа ла эш аҙнаһы артасаҡ тигәнде аңлата.

Тағы бер күсереү декабргә ҡағыла. Эштәгеләр  шәмбе, 28 декабрҙә, алты көнлөк аҙна эшләйәсәк, һуңынан 30 декабрҙә ял итәсәк.

Ошо үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә 2025 йылдың Яңы йыл каникулдары ошо  йылдың 30 декабренә тиклем башланасаҡ. Майҙа мини-каникулдар ҙа көтөлә: 28 апрелдән 1 майға тиклем дүрт көн һәм 9 майҙан 12 майға тиклем тағы ла – дүрт көн.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

                                                                

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас