Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2023, 17:30

Иң шәп әҫәр яҙыусыға - 200 мең һум аҡса!

Яҙыусылар союзы «Заман ауазы» тип аталған яңы конкурс иғлан итте.

Иң шәп әҫәр яҙыусыға - 200 мең һум аҡса!Иң шәп әҫәр яҙыусыға - 200 мең һум аҡса!
Иң шәп әҫәр яҙыусыға - 200 мең һум аҡса!

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы "Заман ауазы" тип аталған яңы конкурс иғлан иткәйне. Бәйгегә илһөйәрлек темаһына бағышланған әҫәрҙәр ҡабул ителде. Приз фонды - 1 200 000 һум. Проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ойошторола.    

Ижади конкурста Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзалары ғына ҡатнашты. Әҫәрҙәр дүрт категория буйынса ҡабул ителде:

- Эре проза  (роман һәм повестар);

- Бәләкәй проза (хикәйә, эссе);

- Шиғриәт (поэма, шиғри шәлкем);

Конкурсҡа бөтәһе 200-ҙән ашыу эш килгән. Еңеүселәр 50 мең һумдан алып 200 мең һумға тиклем аҡсалата приздар менән бүләкләнәсәк, шулай уҡ уларҙың әҫәрҙәре йыйынтыҡта баҫыласаҡ. Бүләкләү тантанаһын март айында үткәреү ҡарала.

— Ил яҙмышы һәр яҙыусының ижадында үҙәк темаларҙың береһе булып тора. Шуға күрә ярыш бик актуаль. Беҙгә халыҡтың рухын күтәрергә, бының өсөн заман ауазы булырҙай лайыҡлы әҫәрҙәр тыуҙырырға кәрәк. Әҙәбиәтебеҙгә яңы һулыш биргән, Ватаныбыҙға, тамырҙарыбыҙға һөйөү тәрбиәләгән әҫәрҙәр ижад ителеүе бик ҡыуаныслы, — тип хәбәр итәләр БР Яҙыусылар союзынан.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас