Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2023, 10:21

Радий Хәбиров Мәсәғүттәге белем усаҡтарын ҡараны

Дыуан районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәсәғүт ауылының белем биреү учреждениеларында – лицейҙа һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә булды.

Радий Хәбиров Мәсәғүттәге белем усаҡтарын ҡараныРадий Хәбиров Мәсәғүттәге белем усаҡтарын ҡараны
Радий Хәбиров Мәсәғүттәге белем усаҡтарын ҡараны

Ул Мәсәғүт лицейында  кластарҙы һәм ашхананы ҡараны, уҡытыусылар менән аралашты. Белем усағының директоры Алексей Неустроев хәбәр итеүенсә, 1972 йылда төҙөлгән учреждение бинаһы 472 уҡыусыға иҫәпләнгән, ә был уҡыу йылында унда 1 070 бала йөрөй.

- Уҡытыуҙы ике сменала алып барабыҙ: беренсе сменала – 617, икенсеһендә 453 уҡыусы, – тип һөйләне Алексей Неустроев. – Көн дауамында мәктәп автобустары 400 уҡыусыны йөрөтөү өсөн 19 рейс яһай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, лицейҙың тулы булыуы мәсьәләһен хәл итеү өсөн 2025 йылда Мәсәғүт ауылында яңы мәктәп төҙөү планлаштырыла.

Республика Башлығы беренсе класс уҡыусыларының яңы йыл иртәлеген дә ҡараны, балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас