Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2023, 10:04

Йәш рәссамдар бармы? Конкурста ҡатнашығыҙ!

 Мәктәп уҡыусылары Ғаилә йылына арналған «Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәре» республика  һүрәттәр конкурсында ҡатнашырға саҡырыла.  

Йәш рәссамдар бармы? Конкурста ҡатнашығыҙ!Йәш рәссамдар бармы? Конкурста ҡатнашығыҙ!
Йәш рәссамдар бармы? Конкурста ҡатнашығыҙ!

Унда ижади эштәр өс йәш төркөмө буйынса баһаланасаҡ:  I – IV, V – VIII,  IX – XI класс ҡатнаша ала. Ойоштороусылар билдәләүенсә, конкурстың төп маҡсаты — ғаиләне һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуҙың мөһимлеген билдәләү. Милләт һәм дингә бүленеш юҡ, бала өсөн иң мөһиме – тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм ғаилә.

Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр, шул иҫәптән йүнәлешле ижади лагерҙарға, ижади студияларға барыу менән бүләкләнәсәк. Бынан тыш, конкурс эштәре 2024 йылдың 20 ғинуарында Өфөлә үтәсәк күргәҙмәлә күрһәтеләсәк.

Конкурста ҡатнашыу өсөн  ирекле техникала башҡарылған эштәр ҡабул ителә, эштәрҙең һанлы фотоларын электрон почтаға ошо ошо һылтанма буйынса ебәрергә кәрәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас