Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2023, 10:00

Гимназияла «Осҡон» гәзите сығарыла башлай

Республикалағы милли гимназия, мәктәптәр ҙә ижади эшкә ҡушылырға саҡырыла. Был хаҡта Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының директоры Булат Зиннуров  хәбәр итә.

Гимназияла «Осҡон» гәзите сығарыла башлайГимназияла «Осҡон» гәзите сығарыла башлай
Гимназияла «Осҡон» гәзите сығарыла башлай

– «Осҡон» гимназия гәзите проекты өҫтөндә эш башланыуы хаҡында шатланып хәбәр итәбеҙ. Тиҙҙән һеҙ ҡыҙыҡлы яңылыҡтар, мауыҡтырғыс мәҡәләләр, фәһемле хикәйәләр һәм башҡа күп нәмәләр менән «Осҡон» гимназия гәзите биттәрендә уҡып таныша алырһығыҙ! 

Беҙ #егерменселәрҙе гәзит сығарыуҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ! Уңыштарығыҙ, уй-фекерҙәрегеҙ, идеяларығыҙ йәки мәктәп тормошондағы үҙенсәлекле мәлдәр менән уртаҡлашығыҙ!
 Беҙ милли гимназия һәм мәктәптәрҙе проектыбыҙға ҡушылырға саҡырабыҙ!
Мәҡәләләр яҙырға, иллюстрациялар эшләргә, текстарҙы мөхәррирләргә йәки фото төшөрөргә яратаһығыҙмы, беҙҙең командала урын табырһығыҙ. Проектыбыҙ мәғлүмәт һәм илһам сығанағына әүерелеүе ихтимал, тип ышанабыҙ! – тип яҙа ул үҙ сәхифәһендә.

Буласаҡ гәзитегеҙҙе илһамланып сығарырға яҙһын, уңыштар теләйбеҙ!

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас