

Процедураны түбәндәге осраҡтарҙа үтергә була:
- бурысығыҙ — 25 меңдән 1 миллион һумға тиклем
- һуңғы биш йылда һеҙ банкрот булмаһағыҙ
- һеҙ - берҙәм пособие алыусы
- башҡарма документ бер йылдан ашыу элек алынған, ә бурыс түләнмәгән йәки өлөшләтә түләнгән
- бурыс урынына түләтерлек мөлкәтегеҙ юҡ
Процедура нисек үтә:
- һеҙ Күп функциялы үҙәктә ғариза бирәһегеҙ. Уға кредиторҙарығыҙҙың исемлеген һәм белешмәләрегеҙҙе (Социаль фондтан – берҙәм пособие алыуығыҙ тураһында; эштән, Федераль суд приставтары хеҙмәтенән йәки банктан башҡарыу ҡағыҙы бер йылдан ашыу элек ебәрелеүе, әммә бурыс ябылмауы хаҡында) беркетергә кәрәк;
- Берҙәм федераль банкротлыҡ тураһындағы мәғлүмәттәр реестрында һеҙҙең ғариза буйынса эш башланыуы хаҡында мәғлүмәт барлыҡҡа килеүен көтөгөҙ. Мәғлүмәт ике эш көнө эсендә тултырыла;
- Алты айҙан һуң бурыстарығыҙ автоматик рәүештә юҡҡа сығасаҡ.
Процедураны бушлай үткәрәләр. Шул рәүешле заемдар һәм кредиттар (шул иҫәптән проценттар), яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу килешеүе, һалымдар һәм бюджетҡа башҡа түләүҙәр буйынса бурыстарҙы иҫәптән сығарырға мөмкин.
❗Түбәндә күрһәтелгән осраҡтарҙа бурыс иҫәптән сығарылмай:
- исемлектә һеҙ күрһәтмәгән кредиторҙарҙан алған бурысығыҙ
- процедура ваҡытында барлыҡҡа килгән бурыс
- килтерелгән зыянды (ғүмергә, һаулыҡҡа ҡарата, әхлаҡи зыянды) ҡаплау буйынса
- алименттар буйынса.