

– Дәүләкән ҡалаһы егете Рим Үтәгәнов. Гражданкала дальнобойщик булған, бында ла руль артында. Ниндәй урындарҙан да, төндә лә, көдөҙ ҙә, гөмпөлдәп ер һелкенеп торғанда ла юлын табып елдертә генә. Беҙҙе лә ҡайһы бер нөктәләргә алып барҙы. Өйҙә ғаиләһе, ике балаһы көтә.
Мин Әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре тигәс, яугир: "Ә мин Әхиәр Хәкимовтың ейәне булам"- тине. Имен-һау әйләнеп ҡайтып, музейҙа әҙәби осрашыуҙа күрешербеҙ, тип килештек, - тип яҙа яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова.
Башҡортостан журналистарының МХО-ға эш сәфәре хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һанынла уҡығыҙ.