Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2023, 08:30

Һөйләм тикшер ҙә, ноутбук от!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы  үткәргән  гранттар конкурсында туған телебеҙҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән 10 проект еңеүсе булғайны. Улар араһында Өфө фән һәм технологиялар университетының философия һәм культурология кафедраһы доценты Искәндәр Шакировтың «Башҡорт теленең һүҙ ҡулланышы миҫалдарын тулыландырыу» тигән эше лә бар. 

Һөйләм тикшер ҙә, ноутбук от!Һөйләм тикшер ҙә, ноутбук от!
Һөйләм тикшер ҙә, ноутбук от!

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ЮНЕСКО халыҡ-ара ойошмаһы башҡорт телен юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәр иҫәбенә индергән. Үҫеп килеүсе быуын туған телен белмәй, һөйләшкәндәрҙең һүҙ байлығы ярлы, улар  башҡорт телен аралашыу кимәлендә генә белә, – тип башланы ул һүҙен. –  Был мәсьәлә мине күптән борсой ине. Бөгөн тәржемәлә булған параллель текстар корпусын ҡараһаң,  башлыса «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының ике телле яңылыҡтар архивынан, Изге Яҙма тәржемәһенән, башҡа дини текстарҙан һәм ете томлыҡ «Башҡортостан» энциклопедияһынан ғына төҙөлгән. Былар теге йәки был өлкәлә туған телебеҙҙең  бөтә матурлығын, һүҙ байлығын асып һала  алмай. Шуға нейроселтәрҙәр биргән тәржемә бик ябай килеп сыға, ҡайһы берҙәре ҡоро ғына күренә. Нәфис әҙәбиәтте тәржемә итеү айырыуса ҡатмарлы эш, ентекле мөхәррирләү талап ителә.

Беҙҙең маҡсат – нейроселтәрҙә булған иң шәп, кешенән дә яҡшыраҡ эшләгән, башҡортса уйлай торған машина эшләү. Google компанияһында, март айында буласаҡ, тип вәғәҙә биргәйнеләр. Шуға өмөтләнеп йөрөйбөҙ. Беҙҙең команда айтишниктар, тел әүҙемселәренән тора.  IT-программалаусы Айгиз Ҡунафин менән бергә эшләйбеҙ. Уның проекты – Һомай колонкаһы ла бик һәйбәт эшләһен  өсөн тәржемәсе кәрәк. Алгоритмдар күбеһенсә – инглиз телендә. Беҙҙең  бурыс  – машина тәржемәне шәп итеп эшләү, һуңынан донъяла булған бөтә китапты тәржемә итеү. Гарри Поттерҙы инглиз теленән тура тәржемә итә аласаҡбыҙ. Башҡорт телендә китаптар күп булһа ла, ике телдәге параллель китаптар бик әҙ.

Телдәрҙе параллель уҡыу ярҙамында өйрәнеүҙең үҙен раҫлаған  ысулы ла бар. Хатта ошондай алым буйынса параллель китаптар эшләү өсөн программалар ҙа https://habr.com/ru/post/575898/ булдырыла. Беҙҙең проект тап ошо алымға нигеҙләнгән.

Аңлатмалы һүҙлектәрҙә һүҙҙе ҡулланыуҙың бай миҫалдары тупланһа ла, тик улар, ғәҙәттә, бер телдә генә бирелгән.  Мәҫәлән, 10 томлыҡ «Башҡорт теленең академик һүҙлеге»ндә лә шулай. Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Почёт Билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының башҡорт теленең машина фондында ниндәй ҙә булһа параллель корпус юҡ. Һүҙ ҡулланыуҙың ике телле миҫалдарының яҡшы базаһында, икенсе төрлө әйткәндә параллель корпуста, ҡағиҙә булараҡ, бер нисә йөҙ мең пар һөйләм иҫәпләнә ((https://ruscorpora.ru/). Бындай ҙур коллекцияны яңғыҙ йыйыу мөмкин дә түгел, күп ваҡыт талап итер ине. Проектта ҡатнашыусылар күп булһа, был мәсьәләне ҡыҫҡа ваҡытта хәл итеү мөмкинлеге бирәсәк. Грант буйынса отҡан аҡса башҡорт телен ярайһы уҡ яҡшы белгән кешеләр араһында бәйге ойошторорға ярҙам итте. Шуға беҙ буш булған кешеләрҙе, хаҡлы ялдағыларҙы, викиәбейҙәрҙе, студенттарҙы һәм башҡаларҙы ошо эштә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бының өсөн Айгиз Ҡунафин телеграмда махсус чат-бот эшләгән, ул @bashkort_translate_bot-та бара. Унда һөйләмдәрҙе уҡып барырға, тикшерергә була. Уларҙа автоматик рәүештә индерелгән хаталар бик күп. Һөйләмде ҡарап сығып, дөрөҫләп төҙәтергә кәрәк. Кемдең нисә һөйләм тикшергәне күренеп тора, беҙҙең унда шәхси рейтинг бар. Шунан сығып еңеүсене лә билдәләйәсәкбеҙ. Уларға ҡиммәтле бүләктәр ҙә әҙерләнгән: беренсе урын – ноутбук, ҡалған өс урын – телефондар. Бынан тыш, проекттың шәхси бағыусыһы ла бар, ул әүҙем ҡатнашыусыларға дәртләндереү бүләге тапшырасаҡ.

Ошо конкурс иҫәбенә башҡорт теленең һүҙ ҡулланылышы миҫалдары фондына  башҡорт һәм рус яҙыусыларының әҫәрҙәренән, федераль мәктәп дәреслектәре һәм башҡа сығанаҡтарҙан алынған ике телле һөйләм парҙарын мөмкин тиклем күберәк йыйыу  һәм тулыландырыу күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта уның менән барыһы ла файҙалана аласаҡ. Бөгөнгө көндә башҡорт теленең иң ҙур электрон һүҙлеге менән берләштерелгән мәғлүмәт базаһына бөтә йыйылған һүҙ ҡулланыу миҫалдары ла өҫтәләсәк, был иһә туған телебеҙҙе һөҙөмтәле итеп өйрәнергә ярҙам итәсәк.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас