

Был тантанала Спартакиадала ҡатнашҡан 12 команда, көйәрмәндәр һәм ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар өсөн дәртле көйҙәр һәм бейеүҙәр ҡурайсы, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Айҙар Байтимеров, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының «Амадео» заманса бейеү студияһы, «Шатлыҡ» халыҡ бейеү ансамбле солисы Алһыу Вәлинурова башҡарыуында булды.
Тантананың хөрмәтле ҡунаҡтары Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, Башҡорт дәүләт аграр университетының ректоры Илдар Ғәбитов, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, ижтимағи эшмәкәр Хәләф Ишморатов һәм башҡалар Спартакиада асылыу менән ҡотлап, фатихаһын бирҙе.
«Бөрйән яҡташтар берлеге быйыл эшен яңы составта башланы. Эш пландарыбыҙ күп. Яңыраҡ тыуған районыбыҙҙан башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын сәхнәләштергән балалар коллективын Өфө сәхнәһенә сығарып, уларға башҡаланы күрһәттек. Ә был Спартакиада алдағы йылдың июнь айына тиклем 16 спорт төрө буйынса үтеп, ҙур яҡташтар һабантуйы менән тамамланасаҡ», - тип белдерҙе Бөрйән яҡташтар берлегенең рәйесе Ришат Сабитов.
Бөрйән яҡташтар берлегенең
матбуғат хеҙмәте.