Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2023, 10:11

Башҡорт теле көнө киң билдәләнәсәк

Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов саралар планы менән таныштырҙы.

Башҡорт теле көнө киң билдәләнәсәкБашҡорт теле көнө киң билдәләнәсәк
Башҡорт теле көнө киң билдәләнәсәк

14 декабрҙә, мәшһүр шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам уңайынан үтәсәк саралар тураһында Хөкүмәт кәңәшмәһендә БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов һөйләне.

– Өфөлә саралар Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланасаҡ. Студенттарға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға танытмалар тапшырыласаҡ. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен популярлаштырыу маҡсатында сараларҙа билдәле шәхестәр, блогерҙар, артистар, яҙыусылар һәм шағирҙар ҡатнашасаҡ. 18:00 сәғәттә "Мега" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә "Туған телем – башҡорт теле" концерт-акцияһы үтәсәк. Милли музей Археология һәм этнография музейы менән бергә күргәҙмәләр һәм интерактив майҙансыҡтар әҙерләй.

Милли музейҙа III "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталарының күргәҙмәһен асыласаҡ. Күргәҙмәлә 50 оҫтаның эштәре тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ күргәҙмә эшләгән осорҙа оҫталар тарафынан оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

– Башҡорт теле көнөндә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң  барлыҡ филиалдарында төрлө субъекттарҙа йәшәгән башҡорттарҙың аутентик костюмдарына арналған видео-презентация күрһәтеләсәк, унда башҡорт теленең төрлө диалекттары ла сағыласаҡ. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына йомғаҡ яһаясаҡ, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында “Ижади майҙан" ойошторасаҡ, – тине министр урынбаҫары. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас