

Ҡышҡы юл.
Ҡышҡы юл – үҙе бер тормош –
Берсә – таҡыр, берсә – ҡар,
Берсә елдереп үтәбеҙ,
Йә һалабыҙ һуҡмаҡтар.
Борҡоп торған ҡар аҫтында
Боҙлауыҡмы, ҡом микән?
Тормозғамы, әллә газға
Баҫһаҡ, оторбоҙ икән?
Һай, был тормош! Ҡышҡы юл һин!
Ашыҡһаҡ, уңырбыҙмы?
Әллә юлдан ситкә осоп
Һыуыҡта туңырбыҙмы?
Юлдан ҡурҡып, өйҙә генә
Ултырыу - сара түгел,
Хатанан ҡурҡып, йәшәүҙән
Баш тартмаҫ минең күңел.
Тормош юлын шыма ғына,
Булмайҙыр йәшәп үтеп,
Аҙым һайын ҡыйынлыҡтар
Тора һағалап, көтөп.
…Был тормош, гүйә, ҡышҡы юл,
Ә беҙ унда – юлаусы,
Бында еңә бары ҡурҡмай
Алға табан барыусы!
Фирүзә Абдуллина.
Юлай Кәримов фотоһы.