Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2023, 09:20

Йомғаҡлау иншаһы һөҙөмтәһе ҡасан билдәле булаcаҡ?

6 декабрҙә сығарылыш класс уҡыусылары йомғаҡлау иншаһы яҙғайны. Уның һөҙөмтәһе ҡасан билдәле буласаҡ һуң?

Йомғаҡлау иншаһы һөҙөмтәһе ҡасан билдәле булаcаҡ?Йомғаҡлау иншаһы һөҙөмтәһе ҡасан билдәле булаcаҡ?
Йомғаҡлау иншаһы һөҙөмтәһе ҡасан билдәле булаcаҡ?

Йомғаҡлау иншаларының һөҙөмтәләре имтиханда ҡатнашыусыларҙың шәхси кабинетында ғәҙәттә 2 аҙнанан һуң баҫыла.  Шәхси кабинетҡа ege.edu.ru һәм дәүләт хеҙмәте сайтына инеп, балды һәм яуаптар бланкын күрергә мөмкин.

Норматив документтарҙа йомғаҡлау иншаһын тикшереү йомғаҡлау иншаһы үткәрелгәндән һуң 7 календарь көндән дә һуңға ҡалмайынса тамамланырға тейеш, тип яҙылған. Ысынлап та, уҡытыусылар имтихан көнөндә үк эштәрен тикшерә, яҡынса һөҙөмтәләр мәктәп уҡыусылары эштәрен тапшырғандан һуң бер аҙна үткәс  билдәле була.

 

 

Фото: Т. АМА

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас