Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2023, 11:59

«Геройҙарға мәңгелек дан!»

Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латыпов: – Кисә Рәсәйҙең иң лайыҡлы  улдары – Рәмил Исламов һәм Азат Сафиуллин менән хушлаштыҡ. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашып,  батырҙарса һәләк булды. Илебеҙҙең ысын патриоттары Рәмил Исламов һәм Азат Сафиуллиндың батырлығы  мәңге  хәтеребеҙҙә ҡаласаҡ.

«Геройҙарға мәңгелек дан!»«Геройҙарға мәңгелек дан!»
«Геройҙарға мәңгелек дан!»

МХО-ла  күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәмил Исламов һәм Азат Сафиуллин үлгәндән һуң  Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителә. Һәләк булғандарҙың туғандарының   ҡайғыһын  уртаҡлашам. Геройҙарға мәңгелек хәтер! – тип яҙа ул сәхифәһендә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.



 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас