

3-4 кластар өсөн махсус робот техникаһы курсы әҙерләнгән. Уның буйынса уҡыусылар конструкторҙарҙың ресурс йыйылмалары менән эшләй һәм үҙҙәренең тәүге роботтарын программалай ала. 5-7 класс уҡыусылары өсөн курстар ҙа бар. Унда балалар роботтың төрлө компоненттарын идара итеү өсөн яуаплы программа кодының төп өлөштәрен нисек яҙырға кәрәклеген, шулай уҡ сымлы һәм сымһыҙ системаларҙа ҡулланылған мәғлүмәт тапшырыу өсөн төп сигналдарҙы өйрәнәсәк. 8-9 һәм 10-11 кластар өсөн тағы ла ике белем биреү программаһын эшләтеп ебәреү планлаштырыла. Улар юғары класс уҡыусыларына ысын етештереү системаларын имитациялаған роботтарҙы проектлауҙа, конструкциялауҙа һәм программалауҙа тәрән эшләргә ярҙам итәсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.