Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2023, 06:00

«МХО-нан яугирҙы ҡаршы алдыҡ»

– Бөгөн беҙҙең ауылыбыҙ ҙа шатлыҡлы осрашыу булып үтте. Ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң МХО-лағы һалдатыбыҙ ялға ҡайтты Аллаға шөкөр! – тип хәбәр итә Йылайыр районынан Шәрифә апай Иҫәнбаева.

«МХО-нан яугирҙы ҡаршы алдыҡ»«МХО-нан яугирҙы ҡаршы алдыҡ»
«МХО-нан яугирҙы ҡаршы алдыҡ»

– Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, һалдатты ҡаршы алырға  түҙемһеҙләнеп урамға сыҡтыҡ . Ауылыбыҙҙың ҡап уртаһына Тәлғәт Таһиров  ҡәйнеш өҫтәл ултыртҡан , матур йыр ағыла , самауыры борҡолдап ҡайнап ултыра , беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар  тәмле-тәмле ризыҡтар бешеренеп алып барып, тиҙ генә табын әҙерләнек . Беҙҙең ауылдың берҙәм бергә , ошондай матур осрашыуҙарға әҙер булыуыбыҙ ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Мөхтәр улынан тора , сөнки ул үҙенең эшен еренә еткереп башҡара, халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора , бары кешеләрҙе бер тиң күреп ихтирам итә .  Һалдатыбыҙҙың машинан килеп төшөүен түҙемһеҙлек менән көтөп торҙоҡ , машина ишеге асылды ҡултыҡ таяғы күренде , тамағыма төйөн торҙо ,күҙемде йәш ҡапланы

Үҙемде ҡулға алдым , илама ныҡ бул , сөнки ул яралы булһа ла иң мөһиме тере .
Бәләкәй ауыл бер туғандар кеүек булып бөткәнбеҙ , беребеҙ өйҙә булмаһала , шул ҡәҙәре һағындыра . Ҡосаҡлашып, күрешеп алғандан һуң , сәй эсеп, иҫтәлеккә фото төшөргә лә онотманыҡ, хәл-әхүәл һорашып алдыҡ .
Урамдағы матур осрашыуҙан һуң , һалдаттың әсәһе барыбыҙҙы ла тәмле итеп бешергән аш табынына саҡырҙы . Ҙур рәхмәт Хәбирә апай , Рәсүл еҙнәй, ашығыҙ бик тәмле булды . Улығыҙҙы гел шулай шатланып ҡаршы алырға насип булһын Алла бирһә.  Ошондай матур осрашыуҙар күп булһын Алла бирһә , барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ  ин шәә аллаһ . Донъялар тиҙерәк тынысланып китһен инде, – тип яҙа ул.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас