+24 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2023, 03:30
Карауаттан тормай ғына...
Был физик күнегеүҙәрҙе йоҡонан уянғас та карауаттан тормай ғына эшләргә мөмкин.
Карауаттан тормай ғына...
Арҡаға ятҡан килеш, һул аяҡғты тубыҡтан бөгөп, өҫкә күтәрегеҙ һәм уң яҡҡа һалығыҙ. Бер үк ваҡытта һул ҡулды кәүҙәгә перпендикуляр рәүештә һуҙып, уң ҡул менән янбашҡа баҫып, үҙеңә ярҙам итергә мөмкин. Ошо хәлдә 30 секунд торғандан һуң, күнегеүҙе икенсе яҡҡа эшләргә кәрәк.
Арҡаға ятҡан килеш ярым бөгөлгән аяҡты өҫкә күтәрергә һәм табанды ҡул менән тоторға. Ҡулдар менән ярҙам итеп, тубыҡты кәүҙәгә ҡыҫырға һәм шул хәлдә 30 секунд торорға. Һуңынан икенсе яҡ аяҡ менән шуны уҡ ҡабатларға.
Ятҡан килеш аяҡты бөгөп, ҡул менән күкрәккә яҡын килтерергә. Артыҡ ныҡ көсөргәнергә лә ярамай. Шул килеш 30 секунд торорға һәм күнегеүҙе икенсе аяҡ менән эшләргә.
Был күнегеү муйын, түш, эс мускулдарын йомшартырға һәм умыртҡа бағанаһының һығылмалылығын көсәйтергә ярҙам итә. Эскә ятҡан килеш, ҡулдарға таянып, башты һәм яурындарҙы өҫкә күтәрергә, ә кәүҙәнең аҫ яғы карауаттан ҡалҡырға тейеш түгел.
Ошо хәлдә 30 секунд торғандан һуң, әкрен генә кире төшөргә.
Бер яҡ ҡабырғаға ятҡан килеш табандың өҫ яғынан тотоп, уны янбашҡа яҡынайтырға тырышырға. 30 секундтан һуң, был күнегеүҙе лә икенсе аяҡ менән ҡабатларға.
Аяҡтарҙы алға һуҙып, карауатҡа арҡыры ултырырға һәм баш һәм яурындар карауаттан һәленеп төшөрлөк итеп, әкрен генә арҡаға ятырға. Ҡулдарығыҙ менән иҙәнгә ҡағылырға тарышығыҙ, эс, күкрәк һәм ҡул мускулдарының тартылыуын һиҙерһегеҙ. Ошо хәлдә 30 секунд тороп тороғоҙ.
Автор:
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"