Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2023, 12:00

Иренде ялай күрмәгеҙ!

Ҡышҡы һыуыҡ һауа һәм әсе ел ирендәге һаҡлау ҡатламын бөтөрөп, иренде киптерә.

Иренде ялай күрмәгеҙ!Иренде ялай күрмәгеҙ!
Иренде ялай күрмәгеҙ!

  Ә тиреһе бик нескә булыу сәбәпле, ул тиҙ арала ярылып, ҡанай ҙа башлай. Күптәр, тиреһе кипкәс, иренде йышыраҡ  яларға кәрәк, тип уйлай. Быны бөтөнләй эшләргә ярамай, сөнки улай иткәндә ирен тағы ла нығыраҡ кибәсәк.

Был осраҡта халыҡ медицинаһы ысулдарына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

*Бер ҡалаҡ ҡаймаҡҡа бер нисә тамсы көнбағыш майы менән лимон һуты ҡушып, шуны иренгә һөртөп, 20 минут тоторға.

*Бер киҫәк алманы ҡырғыстан үткәреп, бер балғалаҡ аҡ май ҡушып бутарға һәм  ҡалын итеп иренгә һыларға.  15 – 20 минуттан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.

*Ике ҡалаҡ етен орлоғона ике стакан һыу ҡойоп,  ҡуйы бутҡа хәленә еткәнсе бешерергә. Ошо бутҡаны көнөнә бер нисә тапҡыр иренгә һөртөргә.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас