

Ул унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә лайыҡлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Әсәйем официант булып эшләне, ул йорто булмағандарға һәр ваҡыт ихтирам менән ҡарарға өйрәтте. Америкала асарбаҡтар һәм уларға ярҙам итеүселәр ҙә, шул иҫәптән дәүләт учреждениелары ла бик күп. Башҡортостанда йәшәгәс, минең бындай кешеләргә ярҙам итеү мөмкинлегем барлыҡҡа килде. Был минең ҙур хыялым. Калинин районында асарбаҡтарға стационар ярҙам пункты асырға ниәтләйбеҙ, — тине Джефф Монсон.
Фото: Т. АМАНОВ.