

Үҙе ошо ҡайғыны кисергән ханым булараҡ, Дилә Ғәлиуллина улын юғалтҡан ғаиләләрҙең хәлен яҡшы аңлай. Шуға ул быйылғы йылдың 1 июненән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Әбйәлил районы буйынса социаль координаторы итеп ҡуйылған.
— Беҙҙең нәҫел-тамырыбыҙ хәрбиҙәр династияһынан. Атайым полицияла эшләне, өлкән ағайым – отставкалағы подполковник. Ике улым да хәрби юлды һайланы. Илһөйәрлек беҙҙең ҡаныбыҙға һалынған.
Таминдар ҙа бәләкәй сағынан хәрби кеше булырға хыялланды. Асҡар ауылындағы 1-се мәктәптә уҡыған ваҡытта спорт менән әүҙем шөғөлләнде, футбол, волейбол, хоккей буйынса ярыштарҙа ҡатнаша торғайны. Йыл һайын үҙен 9 Май парадына яуаплы итеп ҡуялар ине. Башҡорт телендә рухланып шиғыр һөйләргә яратты.
Улым Омск ҡалаһында автобронетанк инженер институтын тамамлап, танк батальонын тәьмин итеү төркөмө етәксеһе булып хеҙмәт итте. Ул махсус хәрби операция башланғандың тәүге көнөнән алып сикте һаҡланы. Былтыр отпускыға ҡайтҡанында 30 июлдә өйләнгәйне. Унан һуң кире барып, күп тә үтмәй, 17 августа һәләк булды, тигән хәбәре килде. Хәрби заданиеға сыҡҡанда ҡамауҙа ҡалып, бомбаға тотҡандар.
Таминдар үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнде. Ул уҡыған 1-се мәктәптә уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Офицер булғас, әйберҙәре күп. Шеврон, погондарын, шәхси әйберҙәрен, үҙенең ҡулы менән яҙылған дәфтәрҙәрен музейға алып барып тапшырҙыҡ. Унда Таминдарға арналған мөйөш булдырылды. Әлеге ваҡытта герой партаһы ла әҙерләнә.
Социаль координатор булараҡ, махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәргә аҡсалата түләү, «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» танытмаһын алыу, шифахана-курортта дауаланыу, реабилитация үтеү, инвалидлыҡ юллау һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтәбеҙ. Әлбиттә, беҙ үҙебеҙ генә эшләмәйбеҙ, хакимиәт тә, военкомат та бергә эш алып бара. Беҙҙең фонд менән күп килешеү төҙөлгән, шуға төрлө ведомство менән эшләйбеҙ.
Махсус хәрби операциянан ҡайтҡандар үҙҙәрен кәрәкле итеп тойһон өсөн, психологик яҡтан да, көнкүреш хәлдәре буйынса ла ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Һуғышта һәләк булған егеттәрҙең табутын ҡаршылап, һуңғы юлға оҙатабыҙ. Беҙҙең улыбыҙ һәләк булды ла, беҙ бер кемгә лә кәрәкмәйбеҙ, тип үҙҙәрен кәм-хур тоймаһын өсөн, беренсе көндән үк уларҙың ата-әсәһен үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алабыҙ. Улымды юғалтҡан әсәй булараҡ, уларға ни тиклем ауыр икәнен яҡшы аңлайым. Эсеңдәге йыйылған ҡайғыңды ҡайҙа итергә белмәгән ваҡытта эргәңдә аңлар, таяныр, бүлешер кешең булһа, был осорҙо еңелерәк үткәрәһең.
Беҙҙең фондта махсус хәрби операция яугирҙарына, уларҙың яҡындарына 39 төрлө ярҙам да ҡаралған. Үҙебеҙҙең район буйынса әйткәндә, утын, бесән, бойҙай хакимиәт аша бирелә. Утын алыу өсөн урман хужалығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Документтарҙы алып барып, ғариза яҙғас, 20 кубометр утын ташламалы хаҡ менән 5 мең һум урынына 500 һумға бирелә. Махсус хәрби операция барған ваҡытта яугирҙар шифахана-курортта дауалана ала. Бының менән ҡатыны йәки ата-әсәһе лә файҙаланырға хоҡуҡлы. Һәләк булған егеттәрҙең яҡындары ла шундай уҡ хоҡуҡҡа эйә, – ти Дилә Ҡасим ҡыҙы.
Барлыҡ ауырлыҡты үҙ иңендә үткәргән, илһөйәр улдар тәрбиәләгән ханымдың һөйләгәнен тыңлап, уның көслө рухлы булыуына һоҡланып, күҙгә йәштәр эркелде. Әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре түгелмәһен ине, махсус хәрби операцияға киткән яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Фото: Т. АМАНОВ.