Бөгөн Өфөлә IX Бөтә Рәсәй хоҡуҡ форумы башланды. «Торатау» конгресс-холында «Диалоги о частном праве» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Уның ойоштороусыһы булып С. Алексеев исемендәге тикшеренеү үҙәге сығыш яһаны.
Сарала граждандар закондар камиллаштырыу советы ағзалары, суд ситемаһы хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм юристар ҡатнашты. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы граждандар законын камиллаштырыу советы рәйесе, юридик фәндәр докторы Лидия Михеева модератор булып сығыш яһаны.