Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2023, 13:35

"Был мемориал һәр кемебеҙ өсөн мөһим"

Хоҡуҡ форумында ҡатнашыусылар М. Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.

"Был мемориал һәр кемебеҙ өсөн мөһим""Был мемориал һәр кемебеҙ өсөн мөһим"
"Был мемориал һәр кемебеҙ өсөн мөһим"

Ике көнлөк илдең алдынғы юристарының форумы Совет майҙанындағы тантаналы саранан башланды. Форумда ҡатнашыусылар М. Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Делегация составында Дәүләт Думаһы аппараты вәкилдәре, суд системаһы хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм ғалимдар инде.

Мәскәү дәүләт хоҡуҡ университеты кафедраһы мөдире, ғалим Евгений Вавилин мөһим ваҡиғала ҡатнашыуына ҡарата ҡыуанысын белдерҙе:

- Сәскәләр һалыу – ата-бабалар менән ғорурлыҡ тойғоһон күтәреү өсөн кәрәкле күренеш. Улар беҙҙең өсөн һәм балаларыбыҙ өсөн күпте эшләгән. Айырыуса тулҡынландырғыс. Үҙеңдең ил тарихының бер өлөшө булыуын аңлайһың. Беҙҙең бөйөк илебеҙ бөйөк кешеләр һәм геройҙар тарафынан төҙөлгән. Был мемориал һәр кемебеҙ өсөн мөһим.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас