

Алена Кайбышева балаһын мәктәпкә алып барып, ҡайтып барғанда эт һөжүм итә. Ҡурҡышынан ҡатын ҡыбырлай ҙа алмаған, хайуан аяғын тешләй башлаған.
Был ваҡытта уны дәрескә китеп барыусы туғыҙынсы класс уҡыусыһы Тихон Баизов күреп ҡала. Ул, бер ни ҙә уйлап тормай, ярҙамға ашыға: ҡатынды ҡаплап, этте аяҡ кейеме тоҡсайы менән ҡыуып ебәрә.
– Ниндәйҙер хәл булғанда хәҙерге ысынбарлыҡта йәштәр йышыраҡ смартфон сығарып, лайк йыйыу өсөн видео төшөрә. Ә был малай ҡурҡып ҡалмай, миңә ярҙамға йүгерҙе. Ябай уҡыусы, һуңынан дәрескә китте. Хәҙерге заманыбыҙҙың, ысынбарлығыбыҙҙың ысын геройы, – ти ул.
Ҡатын ошо көндәрҙә улын лайыҡлы тәрбиәләгән өсөн ата-әсәһенә рәхмәтен белдерергә барған.
Фото: Т. АМАНОВ.