

–Көнөнә йөҙәрләгән кеше мөрәжәғәт итә башлағас, беҙ ир-егеттәрҙең исемле полктарҙа хеҙмәт итергә теләге барлығын аңланыҡ һәм уларҙы формалаштыра башланыҡ. Беҙ командир кем икәнен аңлайбыҙ, күп егеттәрҙе шәхсән үҙебеҙ беләбеҙ, һуғыштың нисек барғанын ҡараныҡ. Был уларға һөҙөмтәлерәк ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Ярҙамсылары булғанда, улар бер-береһе өсөн тауҙай тора. «Шайморатовсылар» бик аҙ ҡалған. Кемдер йәше буйынса демобилизацияланды, кемдер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булды. Батальондың икенсе-өсөнсө составы алғы сафта. Мобилизацияланғандарҙың күбеһе Башҡортостан полктарына эләгеүенә шатмын, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: Т. АМАНОВ.