+24 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2023, 07:30
Колонияларын шул тиклем яраталар, күрәһең
Сибәғәт Рахманғолов: – Һәр бер кеше үҙенең тыуған ауылын, тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан ерен, йәшәгән ауылын, Атайсалын ярата. Шул ере, ауылы тураһында шиғырҙар яҙа, йырҙар ижад итә. Хәҙер күп ауылдарға, ҡалаларға кергән урындарҙа, үҙәк майҙандарҙа «Мин Яҡут» йәки «Мин Күмертау» тигәнерәк обелискалар ҡуйыуҙы мода итеп алдылар. Матур ғына ошо обелискалар күңелгә йылы биреп тора. Кешеләр шунда барып фотоға төшә, иҫтәлеккә ҡалдыра. Аптыратҡандары ла бар ундай иҫтәлекле урындарҙың. Мәҫәлән, бына фотола күреүебеҙсә, 6-сы холоҡ төҙәтеү учреждениеһы янында ҡуйылғаны ғәжәп итте мине. Бында ултырған кешеләр үҙҙәренең колонияларын шул тиклем яраталар, күрәһең, «Я ИК 6»тип яҙып, обелиск ҡуйғандар. Бер һүҙем дә юҡ, кем әйтмешләй, һәр кемдең үҙ бишмәте үҙенең тәненә яҡын.
Колонияларын шул тиклем яраталар, күрәһең
Фото:Т. АМАНОВ.
Автор:
Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"