Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2023, 16:20

Быйыл "Әр-Рәхим"дең манараһын төҙөү башланасаҡ

"Әр-Рәхим" менән үҙем шәхсән шөғөлләнәсәкмен, тине Радий Хәбиров.

Быйыл "Әр-Рәхим"дең манараһын төҙөү башланасаҡБыйыл "Әр-Рәхим"дең манараһын төҙөү башланасаҡ
Быйыл "Әр-Рәхим"дең манараһын төҙөү башланасаҡ

- Мин тикшереүҙәр үткәрәсәкмен. Ҡайтара алмаҫлыҡ хаталар булып ҡуймаһын, тип борсолам. Сөнки күптән түгел бер көмбәҙе ҡолап төштө. Әле финанслау сығанаҡтары билдәле булып килә. Быйыл йә киләһе яҙ беҙ манараһын төҙөүҙе башлаясаҡбыҙ.

Радий Хәбиров шулай уҡ Өфө-II сиркәүен төҙөү хаҡындағы һорауға ла яуап бирҙе.

- Беҙ Андрей Геннадьевич менән был хаҡта һөйләштек. Унда ҡаршылыҡлы фекерҙәр бар. Зыялылар тарафынан һүҙ әйтелде. Уларҙы тыңлаясаҡбыҙ. Беҙ уны хәҙер үк төҙөй башларға ниәтләмәйбеҙ. Әле проекты ла әҙер түгел. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас