

29 ноябрь - "Ё" хәрефенең тыуған көнө билдәләнә.Башҡорт алфавитында,
ул сағыштырмаса һуң барлыҡҡа килә.Урыҫ графикалы алфавитҡа күсеү мәсьәләһе ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында 1938 һәм 1939 йылдарҙа ике мәртәбә тикшерелә һәм башҡорт теленең яны алфавитын һәм орфографияһын төҙөү буйынса комиссия ойошторола. 1939 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумы урыҫ графикаһы нигеҙендә төҙөлгән башҡорт алфавитын һәм орфографияһын раҫлау һәм был алфавит менән орфографияға күсеүҙе 1940—1941 йылдарҙа тамамлау тураһында указ ҡабул итә. Башҡорт әҙәби теленең яңы алфавиты һәм орфографияһы 1940 йылда С. Моратов, З. Айыуханов һәм А. Ә. Ғәлләмов авторлығында айырым китап булып баҫылып сыға. 1950 йылда алфавитҡа Ё ё хәрефе өҫтәлә һәм нәҡ ошо вариант әлеге көндәрҙә ҡулланыла. (Башҡорт википедияһы)
"Ё" ХӘРЕФЕ башҡорт алфавитының туғыҙынсы һуҙынҡы хәрефе.
Рус теленән һәм уның аша ингән һүҙҙәрҙә ҡулланыла.Айырым торғанда һүҙ башында , һүҙ уртаһында һуҙынҡыларҙан һуң [ йо] өн ҡушылмаһын белдерә : ёлка, паёк ; һүҙ уртаһында нәҙек тартынҡынан һуң килеп ,
[ о] өнөн белдерә : самолёт, слёт , вертолёт,шофёр.
(Башҡорт теленең академик һүҙлеге ,3-сө том .-577-се бит .