Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2023, 11:36

Онлайн һәм офлайн форматта үтәсәк

Рәсәйҙә мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары өсөн хоҡуҡи диктант башланды. Ул 1  декабргә тиклем онлайн һәм офлайн форматта үтәсәк.

Онлайн һәм офлайн форматта үтәсәкОнлайн һәм офлайн форматта үтәсәк
Онлайн һәм офлайн форматта үтәсәк

Унда Рәсәйҙең 89 төбәгенән 13 – 18 йәштәге уҡыусылар һәм студенттар ҡатнаша ала. Акция Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте, Рәсәй юристар ассоциацияһы һәм «Синергия» университеты менән берлектә уҙғарыла.

Рәсәй Юристар социаль һәм иҡтисади хоҡуҡтарҙы яҡлау буйынса комиссияһы рәйесе Оксана Старожильцева билдәләүенсә, бындай проекттар бөгөн илебеҙҙә бығаса булмағанса кәрәк

 – Граждандарҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен формалаштырыу өсөн шарттар булдырыу зарур. Минеңсә, быны мәктәп эскәмйәһенән үк башларға кәрәк. Уҡыусыларҙың хоҡуҡи грамоталылыҡ кимәле студенттарға ҡарағанда күпкә түбәнерәк. Был йәш, уҡыу процесы һәм башҡа факторҙар менән бәйле, – ти ул.

Унда ошо һылтанма аша #ВПРАВЕ | Правовой диктант (xn--80abdbhj1eix5g.xn--p1ai) теркәлеп, ҡатнашырға мөмкин.

 

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас