Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2023, 10:00

Халыҡ шағирының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың ғаиләһе ауыр ҡайғы кисерә.

Халыҡ шағирының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙХалыҡ шағирының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ
Халыҡ шағирының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ


Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың бер туған апаһы Хәфизә Рәхмәтова мәрхүмә булып ҡалған...

Хәфизә Рәхмәтова — ябай булмаған тормош юлы үткән. Һуғыш йылдарында тап килгән бала саҡ, 7 класс белем алыу, хеҙмәттә үткән ғүмер... Ул 20 йәштә кейәүгә сыға, әммә 40 йәшендә генә тол  ҡала. 6 баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра...

— Хәфизә инәй һәр саҡ изге күңелле, тормошто яратҡан, дәртле, етеҙ, эшсән булды. Ул бешеренергә, ҡунаҡ ҡабул итергә, ихлас көлөргә яратты. Балаларҙы ла, арҡаһынан һөйөп-һөйөп алып, ярата ине. Тура һүҙле булды, нимә уйлағанын әйтә белде, — тип яҙа инәһе тураһында Ләйлә Аралбаева.

Мәрхүмәнең балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен! 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас