Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2023, 02:30

Еңеүсе команда финал уйынында көс һынаясаҡ

Был юлы Стәрлебаш районында "Остаз" республика конкурсының етенсе зона этабы үтте.

Еңеүсе команда финал уйынында көс һынаясаҡЕңеүсе команда финал уйынында көс һынаясаҡ
Еңеүсе команда финал уйынында көс һынаясаҡ

Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге хәбәр итеүенсә, унда Ауырғазы, Ғафури, Ишембай, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Миәкә райондары, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалалары, Александр Достовалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы, Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты командалары ҡатнашты. Һәр береһенең сығышы бик үҙенсәлекле булды. Шулай итеп, "Еңеүгә ынтылыш" номинацияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының 62-се балалар баҡсаһы, Ауырғазы районы командаһы билдәләнде. "Һөнәремә тоғро ҡалам" номинацияһында Федоровка районы, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты еңеүсе тип табылды. "Милли мәғарифтың ныҡлы ҡалҡаны" номинацияһы еңеүселәре - Стәрлетамаҡ, Ғафури райондары. III урынды Мәләүез, Миәкә, Күмертау командалары бүлеште. II урынды Ленин исемендәге 2-се лицей-интернаты, Стәрлебаш, Ишембай районы командалары алды. I урынды Волга буйы федераль округының Рәсәй геройы Александр Достовалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы командалары яуланы. Еңеүселәр 14 декабрь - Башҡорт теле көнөндә көс һынашасаҡ. Зона уйындары тамам. Алда финал уйыны көтә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас