Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2023, 11:00

Башҡортостанда ислам ипотекаһы булдырылды

Шәриғәт ҡанундары буйынса бирелгән ипотека "мөрәбәһә" тип атала.

Башҡортостанда ислам ипотекаһы булдырылдыБашҡортостанда ислам ипотекаһы булдырылды
Башҡортостанда ислам ипотекаһы булдырылды

Аҡса бер процентһыҙ үтескә 20 йылға тиклем бирелә. Шәриғәт ҡанундары буйынса фатирҙы төҙөлгән йә әле төҙөлөп ятҡан алырға мөмкин. Бындай ипотеканы Рәсәйҙең 2 төбәгендә генә алырға мөмкин: Башҡортостанда фатирҙы — беренсел һәм икенсел баҙарҙан, ә Дағстан республикаһында тик беренсел баҙарҙан алырға мөмкин. Тиҙҙән программаны башҡа төбәктәрҙә лә ебәреү ҡарала.

Хәләл ипотеканың ғәҙәттәге ипотеканан айырмаһы шунда: әлеге осраҡта фатирҙарға хаҡ өҫтәлеп һатыла. Иң мөһиме, килешеүе хәләл, тип иҫәпләй ислам ипотекаһын файҙаланырға йыйынған йәштәр.  

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас