Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2023, 12:39

«Манас – Урал» кабинеты асылды

21 – 23 ноябрҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Рәсәй һәм Ҡырғыҙстандың мәғариф киңлеге» стратегик сессияһы үтә. Унда уҡыу йорттары ректорҙары, Ҡырғыҙ мәғариф академияһы президенты, төбәк мәғариф департаменттары етәкселәре, мәктәп директорҙары ингән Ҡырғыҙстан делегацияһы ла ҡатнаша. Ҡунаҡтар университет эшмәрлеге менән таныша, Рәсәй Федерацияһының федераль дәүләт белем биреү һәм Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт милли стандартына ярашлы, берлектәге Рәсәй-ҡырғыҙ мәктәптәре өсөн төп белем биреү программаһы проектын тикшерә.

«Манас – Урал» кабинеты асылды«Манас – Урал» кабинеты асылды
«Манас – Урал» кабинеты асылды

Стратегик сессияға ярашлы, әлеге университетта  «Манас – Урал» кабинетын асыу тантанаһы үтте, Өфөнөң А.Ш. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһы менән Бишкек ҡалаһының «Газпром Кыргызстан» мәктәбе араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Ҡырғыҙ мәҙәниәте нигеҙендә Манас эпик әҫәре ята, ул Манас һәм уның вариҫтарының батырлығы хаҡында һөйләй, Ҡырғыҙстандың милли рухын һәм тарихын сағылдыра. «Урал батыр» – ерҙәге иң боронғо эпостарҙың береһе, башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһы.

– .Глобалләшеү дәүерендә Урал батыр һәм Манас кеүек мәҙәни феномендарҙың үҙенсәлеге һәм һаҡланыуы тағы ла әһәмиәтлерәк була, был бөйөк әҫәрҙәр кешелек тарихының һәм традицияларының тәрәнлеге һәм байлығы тураһында һөйләй. Был кабинет ҡырғыҙ һәм башҡорт телдәрен өйрәнәсәк студенттар өсөн дә, Башҡортостанда ҡырғыҙҙарҙың милли-мәҙәни үҙәге өсөн дә йәлеп итеү нөктәһе буласаҡ. Бөгөнгө көндә университетта Ҡырғыҙстандан 200 бала уҡый. Бында бик күп кәрәкле һәм файҙалы ваҡиғалар үтер, тип ышанам. Һәм, әлбиттә, хәҙер беҙҙең ҙур бурысыбыҙ – Ҡырғыҙстандың да, Рәсәйҙең дә белем биреү стандарттарына ярашлы, уҡыу планын әҙерләү, шулай уҡ яңы мәктәптәр өсөн профессиональ педагогтар әҙерләү, - тип Мифтахетдин Аҡмулли исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.

39-сы гимназия директоры Айгөл Ғәниева Бишкек ҡалаһының «Газпром Кыргызстан» мәктәбе менән килешеүгә ҡул ҡуйыу ике дәүләттең белем биреү киңлеге өсөн әһәмиәтле ваҡиға булып тора, тип билдәләне.

Делегация эшләгән көндәрҙә берлектәге Рәсәй-ҡырғыҙҙар өсөн төп белем биреү программаһын әҙерләү буйынса эшсе төркөмдәр ултырышы үтәсәк, ҡунаҡтар университеттың институттарына һәм факультеттарына барасаҡ һәм асыҡ лекциялар уҡыясаҡ, Ҡырғыҙстан Республикаһынан сыҡҡан юғары уҡыу йорто студенттары менән осрашыу үткәреләсәк. Шулай уҡ ҡунаҡтар Өфөнөң 39-сы гимназияһында буласаҡ һәм юғары уҡыу йорттары араһындағы «Студенттар балы» ҡунаҡтары буласаҡ.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас