Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2023, 07:16

2024 йылда БДИ һәм ТДИ ҡасан үтәсәк?

БДИ һәм Төп дәүләт имтихандарын тапшырыу ваҡыты билдәле булды.

2024 йылда БДИ һәм ТДИ ҡасан үтәсәк?2024 йылда БДИ һәм ТДИ ҡасан үтәсәк?
2024 йылда БДИ һәм ТДИ ҡасан үтәсәк?

РФ мәғариф министрлығы һәм Рособрнадзор имтихандар теҙмәһенең яҡынса проектын баҫтырып сығарҙы. Документҡа ярашлы, уларҙың һәр береһе теүәл иртәнге сәғәт 10-да башланасаҡ. Иң ҡыҫҡа имтихан сит телдән була - уҡыусыларға телдән һөйләүгә ни бары 17 минут бирелә. Балаларға башҡа әйберҙәргә максималь ваҡыт-3 сәғәт 55 минут.

Ун беренсе класты тамамлаусылар өсөн БДИ тапшырыу көндәре:

23 май - география, әҙәбиәт, химия;

28 май-рус теле;

31 май-математика (база һәм профилле кимәл);

4 июнь йәмғиәтте өйрәнеү;

7 һәм 8 июнь информатика;

10 июнь-тарих, физика;

13 июнь - биология, сит телдәр (яҙма өлөш);

17 һәм 18 июндә - сит телдәр (телмәр өлөшө).

Төп дәүләт имтиханы көндәре:

24 һәм 25 май - сит телдәр;

27 һәм 30 май - химия;

27 май һәм 14 июнь — биология;

27 майҙа һәм 11 июндә - йәмғиәтте өйрәнеү;

30 май һәм 11 июнь - география;

30 май һәм 14 июнь — физика;

30 май — тарих;

3 июнь - рус теле;

6 июнь - математика;

11 һәм 14 июнь - информатика;

14 июнь - рус әҙәбиәте.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас