Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2023, 07:00

Ҡыуандырҙылар! Башҡортостанда минималь эш хаҡы 22000 һумдан арта!

2024 йылдың  1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы район коэфициентын  иҫәпкә алып, 22128  һум (НДФЛ алынғанға тиклем)  тәшкил итәсәк.  

Ҡыуандырҙылар! Башҡортостанда минималь эш хаҡы 22000 һумдан арта!Ҡыуандырҙылар! Башҡортостанда минималь эш хаҡы 22000 һумдан арта!
Ҡыуандырҙылар! Башҡортостанда минималь эш хаҡы 22000 һумдан арта!

Алда хәбәр итеүебеҙсә, РФ Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа 2024 йылдың 1 ғинуарынан  минималь эш хаҡын 19242 һумға тиклем күтәреү хаҡында закон проектын  ҡабул иткәйне. 

«Эш биреүселәрҙең бурысы – эш хаҡын билдәләнгән минималь эш хаҡы кимәленән кәм ҡуймау. Был хаҡта РФ Хеҙмәт кодексында яҙылған.   Бер ай буйы үҙенең хеҙмәт бурысын тулыһынса үтәгән хеҙмәткәрҙең эш хаҡы минималь эш хаҡынан кәм булырға тейеш түгел, – ти Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары     Оксана Ванскова. — 2023 йылда  республикала ул   18 678 һум  (НДФЛ алынғанға тиклем), сөнки район  коэффициенты минималь эш хаҡы күләменә өҫтәп иҫәпләнә».

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас