Ул интеллектуаль бәйгелә икенсе урын яуланы. Афарин, Тимур! Уны ихлас күңелдән ҡотлап, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ. Бүләкте уға Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов тапшырған.
– Һуңғы этапта башҡа олимпиадаларҙан күп кенә таныш егеттәрҙе осраттым. Мәсьәләләр бик ҡыҙыҡлы, ниндәй алгоритмды яҡшыраҡ сифат өсөн ҡулланырға, файҙалы мәғлүмәт алыу өсөн мәғлүмәттәрҙе нисек эшкәртергә кәрәклеге тураһында уйланырға мәжбүр итә. Призер булыуыма бик шатмын, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Тимур.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, программалау һәм яһалма интеллект менән мауығыусы VIII -XI класс уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй олимпиадаһы Рәсәйҙә 2021 йылдан алып уҙғарыла. Ҡатнашыусылар ҙур технология компанияһының реаль мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән мәсьәләләрҙе хәл итә, һөнәри йүнәлеш биреү һәм күңел асыу сараларында ҡатнаша, яһалма интеллект өлкәһендәге эксперттар менән осраша.
Фото: Т. АМАНОВ.