Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноября 2023, 14:00

Иғтибар, олимпиада!

Олимпиаданың һайлап алыу этабы башланды. 

Иғтибар, олимпиада!Иғтибар, олимпиада!
Иғтибар, олимпиада!

Ҡатнашыу шарттары менән беркетелгән файлда таныша алаһығыҙ (олимпиаданың платформаһы М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты сайтында урынлашҡан). Белешмә өсөн телефон: 7 965 945-74-44 (Өфө университеты).

Олимпиада 2 этапта үтә: Һайлап алыу – https://olympiadsvosh.s-vfu.ru платформаһында – 2023 йылдың 10 ноябренән 2024 йылдың 9 ғинуарына тиклем. Йомғаҡлау – Өфө фән һәм технологиялар университетында – 2024 йылдың февраль-март айҙарында.

Нисек ҡатнашырға? Олимпиаданың https://olympiadsvosh.s-vfu.ru платформаһында теркәлеү үтергә. Анкета тултырырға, шәхси кабинет өсөн логин һәм пароль уйлап табырға, олимпиадалар теҙмәһенән кәрәклеһен һайлап алырға, профилде дөрөҫ билдәләргә.

Өлгө өсөн бирелгән былтырғы йылдағы биремдәрҙе үтәп ҡарарға була. Шәхси кабинетығыҙҙа үҙ статусығыҙҙы (ҡатнашыусы, призлы урын яулаусы, еңеүсе) күҙәтеп барыу мөмкинлеге бар.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас