Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2023, 13:30

Хәйбуллалар еңеүсе булды

Ейәнсура районының Абзан мәктәбендә «Остаз» республика конкурсының зона этабы үтте. Педагогик оҫталыҡ Уҡытыусы һәм остаз, шулай уҡ Атайсалға изге эштәр йылына арналды. Унда Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура, Әбйәлил райондары, Межгорье, Сибай ҡалалары командалары көс һынашты.

Хәйбуллалар еңеүсе булдыХәйбуллалар еңеүсе булды
Хәйбуллалар еңеүсе булды

Өс турҙағы бәйгелә командалар үҙ имиджын яҡтыртты, алдынғы эш тәжрибәһен презентацияланы, телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа бәйле һорауҙарға яуап бирҙе.

Конкурс һөҙөмтәләре: "Һөнәремә тоғро ҡалам" номинацияһында Әбйәлил, Белорет райондары командалары еңде.

"Еңеүгә ынтылыш" номинацияһында Йылайыр, Межгорье командалары еңеүсе тип табылды.

"Милли мәғарифтың ныҡлы ҡалҡаны" номинацияһын Баймаҡ, Ейәнсура командалары алды.

3-сө урында - Бөрйән районы командаһы.

2-се урынды Сибай ҡалаһы командаһы алды. 1-се урынды Хәйбулла районы командаһы яуланы.

Хәйбулла районы командаһы 14 декабрь - Башҡорт теле көнөндә финал уйынында ҡатнашасаҡ. Киләһе һуңғы уйын Стәрлебаш районында үтә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас