Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноября 2023, 12:21

Өфөнөң 2-се башҡорт лицейында стоматология кабинеты асылды

Өфөнөң 2-се башҡорт лицейында уҡыусыларҙың теш ауырыуҙарын дауалау һәм иҫкәртеү өсөн стоматология кабинеты асылды. Был «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә «Юғарыға ос!» мәғариф проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөнөң 2-се башҡорт лицейында стоматология кабинеты асылдыӨфөнөң 2-се башҡорт лицейында стоматология кабинеты асылды
Өфөнөң 2-се башҡорт лицейында стоматология кабинеты асылды

Тантаналы сарала Өфөнөң мәғариф идаралығы етәксеһе урынбаҫары Солтан Баҙыҡов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов, 3-сө балалар стоматология поликлиникаһының баш табибы Римма Ғәниева ҡатнашты. Яңы кабинет заманса ҡорамалдар һәм материалдар менән йыһазландырылған.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова