Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноября 2023, 10:30

«Иҙел» фестивале тағы яңы исемдәр асасаҡ

17 – 18 ноябрҙә  «Башҡортостан» дәүләт концерт залында  «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы уҙасаҡ. 

Добавить в предпочтительные источники Google
«Иҙел» фестивале тағы яңы исемдәр асасаҡ«Иҙел» фестивале тағы яңы исемдәр асасаҡ
«Иҙел» фестивале тағы яңы исемдәр асасаҡ

Быйыл уның өсөнсө турына  46-ы йырсы үткән, Ҡытайҙан да ҡатнашыусы килеүе көтөлә.

Йырсыларҙың оҫталығын Флүрә Килдейәрова, Фәрзәнә Сәғитова, Зилә Сөнәғәтуллина, Зөфәр Хәйретдинов, Урал Иҙелбаев, Вилдан Яруллин, Зилиә Бәхтиева, Рәфис Сирусиндан торған абруйлы жюри баһалаясаҡ. Йыр-моң бәйгеһе лауреаттары халыҡ, эстрада, академик, автор һәм балалар йыры номинацияларында билдәләнәсәк.

«Иҙел» фестивале йыл һайын яңы исемдәр аса. Сәйҙә Мөхәмәтйәнова, Ришат Төхвәтуллин, Радик Юлъяҡшин, Зилиә Бәхтиева, Айгиз Ханов, Айгөл Әхмәтшина, Рәфис Сирусин һәм башҡа сәхнә «йондоҙҙары» төрлө йылда лауреат исеменә лайыҡ булды.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова