Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноября 2023, 07:30

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашырға саҡырыла

«Булат» тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге традицион милли кейемде тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән конкурс ойоштора.

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашырға саҡырылаҠатын-ҡыҙҙар ҡатнашырға саҡырыла
Ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашырға саҡырыла

Ҡатнашыу шарттары бик ябай: ҡатын-ҡыҙҙарҙың түшелдерегендә фотоға төшөп, бер нисә фотоһүрәтте үҙеңдең сәхифәңә һалырға, #ЯвБашкирскомНагруднике#конкурсЦентраБулат тигән хэштекты ҡуйырға һәм Центр "БУЛАТ" тип билдәләргә кәрәк.

Конкурста 

– Боронғо ғаилә ҡомартҡылары (теләһәгеҙ, фотоға бер аҙ өҫтәмә мәғлүмәт өҫтәп була)

– заманса реконструкцияланған тарихи түшелдеректәр ҙә ҡатнаша ала.

Стилләштерелгән түшелдеректәрҙең фотоһүрәттәре ҡабул ителмәй. Яҙмалар 10 декабргә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://vk.com/wall-156374223_706 алырға була.

Конкурс тамамланғас, еңеүсене бүләк  көтә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас