

Өс һалдат, өс яҙмыш... Береһе йырсы, күптән түгел социаль селтәрҙә уның ялға ҡайтыуын хәбәр итеп ҡыуандырғайныҡ. Икенсеһе - Чечен һуғышы ветераны. Ике кампанияла ла ҡатнашып ауыр яралар алыуға ҡарамаҫтан, йәнә Ватаны һағына баҫҡан. Һулдағы егет бындай һуғышта тәүгә, тәүге көндәрҙән алғы һыҙыҡта. Тыныс тормошта мәктәп директоры булған егеттең йөҙө ҡарайған, күҙҙәре эскә батҡан, һурыҡҡан. Тәүге атышта уҡ барыһы менән дә хушлашҡайным, ти ул.
Атаһы, бер туған ҡустыһы - хәрби кешеләр. Шулай ҙа ғаиләһе өсөн уны СВО-ға ебәреү еңелдән булмаған. Ярты йыл ҡыҙыу нөктәлә йөрөгән һалдаттың ҡараштары уйсан, ялға ҡайтыуы ғына остоҡ ҡыуаныс өҫтәй төҫлө. Бындай һөйләшеүҙәрҙән һуң йүгереп йөрөп донъя көтөүебеҙ, ыбыр-сыбыр проблемалар сүп кенә кеүек. Ҡайҙалыр егеттәр ыҙа сигә, йорттар, тотош ҡалалар, урмандар шартлай... Әлеге егет һөйләүенсә, уларҙың бер позицияһы шырлыҡ араһында булған, бер нисә көндән көслө атыштар барышында унда һирәк-һаяҡ ҡына ағастар тороп ҡалған.
Видеояҙмала МХО-ла ҡатнашыусы яугир "Башҡортостан" полкы гимнын башҡара.